1. Родителям
  2. Новости
  3. “Милли кейем – илебеҙ тарихы!”

“Милли кейем – илебеҙ тарихы!”

Апрель 16, 2021 Просмотров: 48
Милли кейем көнө
       Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Кейем үҙенең төп тәғәйенләнешенән тыш үҙ-ара аралашыуҙы еңелләштерергә тейеш булған. 
       Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Аҡсәйет урта дөйөм мәктәбе лә  был саранан ситтә ҡалманы. “Милли кейем – илебеҙ тарихы!” тип исемләнгән тема аҫтында берҙәм дәрестәр үтте. Туған тел уҡытыусылары милли кейемгә арналған бай йөкмәткеле дәрестәр үткәрҙе.
 Дәрестәрҙә уҡыусылар башҡорт, урыҫ, татар, үзбәк һәм башҡа милләт кейемдәре тураһында ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр алды.