“Туған телем – наҙлы гөлөм”
Декабрь 14, 2020
Просмотров: 41
“Туған телем – наҙлы гөлөм”
Тел ул - бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең күп ғасырлыҡ ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү - һәр кемдең изге бурысы.Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн 6-сы класс уҡыусылары араһында “Туған телем – наҙлы гөлөм” исеме аҫтында КВН үтте.Туған телгә ҡарата үткәрелгән КВН уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшерергә мөмкинлек бирҙе.