1. Родителям
  2. Новости
  3. Мәңге йәшә, башҡорт теле!

Мәңге йәшә, башҡорт теле!

Декабрь 13, 2020 Просмотров: 92
Мәңге йәшә, башҡорт теле!
       Башҡорт теле- ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле-халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы.Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр.
      14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Был дата республика башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы билдәләнде. Байрам сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө саралар ойошторолдо.Уҡыусылар менән бер рәттән  уҡытыусылар ҙа төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
       Аҡсәйет урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусылары  Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобҡа ҡушыла.