1. Родителям
  2. Новости
  3. Теле барҙың – иле бар

Теле барҙың – иле бар

Февраль 25, 2020 Просмотров: 48

Теле барҙың – иле бар

12-21-се февралдә беҙҙең мәктәптә башҡорт( татар) теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте аҙналығы үткәрелде. Был аҙналыҡта шундай маҡсаттар ҡуйылғайны: уҡыусыларҙың башҡорт (татар) теле,әҙәбиәте һәм мәҙәниәте буйынса белемдәрен арттырыу; ҡыҙыҡһыныуҙарын, фекерләү ҡеүәләрен үҫтереү; белемдәрен, зирәклектәрен, тапҡырлыҡтарын һынау; башҡорт, татар теле һәм әҙәбиәтенә, башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу; туған телгә ҡарата ғорурлыҡ, һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Аҙнала туған телдәр буйынса төрлө саралар үткәрелде. Аҙнаның башында “Туған тел – мәңгелек хазина” тигән темаға класс сәғәттәре үтте. 5-9-сы кластар араһында “Иң грамоталы уҡыусы” тигән конкурс иғлан ителде.Шакиров М.(5кл.), Нурисламов И.(6кл.), Зарифйәнова А.(7кл.), Хәмитов И.(8кл.),Ғаязова З.(9кл.),Ғәлимова Г.(9кл.), Джамолова Г.(9кл.) иң грамоталы уҡыусылар тип табылды. “Туған телем – наҙлы гөлөм” исеме аҫтында шиғыр конкурсы үтте.Шиғырҙар татар, рус, башҡорт телдәрендә башҡарылды.Конкурстың еңеүселәре: Мөхлисова Д.(5кл.),Исламова Л.(5кл.), Суфиянова Ы.(5кл.), Джамолова Г.(9кл.). Татар теле уҡытыусыһы Миңгәрәева Илһөйәр 5-се кластар менән китапханала Ф.Хөсниҙең”Малай белән солдат” хикәйәһе буйынса кластан тыш дәрес үткәрҙе. Шулай уҡ аҙналыҡта туған телдәр буйынса асыҡ дәрестәр үтте.

21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Ошо уңайҙан быйыл генерал-майор, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы халыҡ-ара диктант уҙғарылды. Беҙҙең мәктәп тә халыҡ – ара диктантта ҡатнашты. Диктант башҡорт, татар, рус телдәрендә яҙылды.Бөтәһе 149 кеше ҡатнашты.

21-се февраль көндө Иҫке Күрҙем ауылында “Күрҙем шишмәләре” поэзия фестиваль-конкурсы булып уҙҙы. Беҙҙең мәктәптән Суфиянова Ы. һәм Джамолова Г. ҡатнашты.9-сы класс уҡыусыһы Джамолова Гөлназа 3-сө урынды яуланы.

Аҙнаның һуңғы көнөндә “Туған телем – моңлө көйөм” тип аталған кисә үтте.Кисәлә туған телгә бағышланған йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Сара Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғыры менән тамамланды.