1. Родителям
  2. Новости
  3. Туған телем – наҙлы гөлөм

Туған телем – наҙлы гөлөм

Февраль 24, 2019 Просмотров: 209

Туған телем – наҙлы гөлөм

Һәр кеше үҙенең туған, ата-әсәнең аҫыл телен мотлаҡ белергә тейеш. Беҙҙең мәктәптә лә туған телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Бына яңы ғына “Туған теле һәм Башҡортостан мәҙәниәте аҙналығы” булып үтте. Аҙналыҡ ойошторолған төҫтә үтте, уҡыусылар башҡорт һәм татар телдәрендә төрлө яҙма эштәр башҡарҙы, викториналарҙа ҡатнашты, асыҡ дәрестәр һәм класс сәғәттәре, кластан тыш саралар ойошторолдо.

Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап 6-7-се кластарҙа ”Тыуған ерҙә – туған телдә” тип аталған КВН үткәрелде. Шулай уҡ, 5-се кластарҙа ойошторолған “ Минең туған телем!” тип аталған бәхетле осраҡ уйыны уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшерергә мөмкинлек бирҙе.

Дөйөмләштереп әйткәндә, аҙна күңелле, фәһемле һәм уңышлы булды. Күп уҡыусылар Башҡортостан шағирҙары,яҙыусылары тураһында тулы мәғлүмәт алды,кисәләр һәм дәрестәр балаларға әҙәби һәм рухи үҫеш бирҙе.Ошондай саралар кешенең тәрбиәһенә һәм күңеленә бик ҙур йоғонто яһай.