День национального костюма

Сентябрь 10, 2021 Просмотров: 62
Милли кейем - тарихыбыҙ сағылышы
      Милли кейем — ул халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, ул милләтебеҙҙең эске булмышын, күңел донъяһын, көнкүрешен сағылдыра. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, изге ҡомартҡы һаналған.
     10 сентябрь республикала Башҡортостан халыҡтарының милли костюмы көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан  Аҡсәйет урта дөйөм белем биреү мәктәбе Милли кейем көнөндә ҙур теләк менән ҡатнашты.Дәрестәр, класс сәғәттәре, экскурсиялар  милли кейемдәрҙә илһам, күңел күтәренкелеге менән гөрләп үтте. Уҡытыусыларыбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙҙың был сарала бергәләп ҡатнашыуы бик күңелле һәм фәһемле булды.Бөгөнгө саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.