Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант -2021
Апрель 24, 2021
Просмотров: 26
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант -2021
«Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» девизы аҫтында халыҡ-ара диктант-2021 акцияһы үтеп тә китте. Быйыл акция онлайн һәм оффлайн форматта үтһә лә, беҙ ситтә ҡалманыҡ. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре был сараға ҙур теләк менән ҡатнашты. Диктант өс йүнәлештә яҙылды. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар күберәк икенсе һәм өсөнсө йүнәлеште һайланылар.
Бындай саралар туған телде һаҡлау, үҫтереү, милли үҙаңды һаҡлап ҡалыу йәһәтенән әһәмиәтле.