Туған тел – изге аманат
Туған тел – изге аманат
15-21-се февралдә мәктәптә туған телдәр аҙналығы булып уҙҙы. Аҙналыҡ барышында көн һайын үткәрелеп торған саралар балаларға туған телебеҙҙең моңон, көйөн, һутын, тәмен татырға ярҙам итте. Дүшәмбелә “Тел яҙмышы – ил яҙмышы” тигән темаға класс сәғәттәре үтте. Шаршамбы көндө татар теле уҡытыусыһы Миңгәрәева Илһөйәр Шәрифулла ҡыҙы 5-7-се кластарҙы “Шиғриәт кисәһенә йыйҙы .Уҡыусыларҙың тасуири шиғыр һөйләүе һәр кемдең күңеленә хуш килде.Улар башҡорт, татар телдәрендә матур шиғырҙары менән сығыш яһаны. Нурисламова Ифира Рәмзи ҡыҙы 6-сы кластар менән “Туған телем – алтын асҡыс” тип аталған КВН уйыны ойошторҙо.”Һуҙынҡылыр” һәм “Тартынҡылар” командалары туған телгә ҡағылышлы төрлө биремдәр үтәп, үҙҙәренең белемдәрен һынаны. Һөҙөмтәлә иң күп мәрәй йыйып, “Һуҙынҡылыр” командаһы еңеү яуланы.Ильясова Ләйсән Рәдиф ҡыҙы 8-се кластарҙа“Тыуған ерҙә – туған телдә” интеллектуаль уйын үткәрҙе.Уйын ҡыҙыҡлы һәм фәһемле килеп сыҡты. Шулай уҡ Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан юғары кластар Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа әүҙем ҡатнашты. Диктант башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яҙылды. Аҙналыҡ “Мәңге йәшә, туған телем!” кисәһе менән тамамланды.
Дөйөмләштереп әйткәндә, аҙна күңелле, фәһемле һәм уңышлы булды.
Был саралар һәр бер кеше йөрәгендә телгә һөйөү һәм ғорурлыҡ уятҡандыр, тип өмөт итәбеҙ.