Тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡунаҡта

Январь 23, 2021 Просмотров: 120
Тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡунаҡта
      Башҡортостанда башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ҡара табын ырыуы вариҫы Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә.
      Ошо уңайҙан 5-се класс уҡыусылары  шәхесебеҙҙең тормошо һәм ижады менән тәрәнерәк танышыу өсөн районыбыҙҙаға  тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды.Уҡыусылар Гөлшат Иҙрис ҡыҙының  мәғрифәтсебеҙҙең тормошо, ижады, иҫке төрки һәм ғәрәп телдәрендә яҙылған ҡулъяҙмалары, китаптары, шәжәрәһе тураһында ентекле, аңлайышлы, мауыҡтырғыс итеп һөйләүен иғтибар менән тыңланы. Артабан уҡыусылар  бүлектәрҙәге  бай һәм йөкмәткеле экспонаттар коллекцияһы менән танышты.Билдәле яҡташыбыҙ Ғ.Соҡоройға бағышланған сәйәхәтебеҙҙән уҡыусылар  ҙур кинәнес менән ҡайтты.  
    Үҫеп килгән быуында тыуған илгә һөйөү, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә ихтирам тәрбиәләүҙә музейҙың әһәмиәте бик ҙур.

                        Класс етәксеһе:Нурисламова Ифира Рәмҙи ҡыҙы