Ал да нур сәс халҡыңа!

Январь 11, 2021 Просмотров: 78

Ал да нур сәс халҡыңа!

     Тәтешле  тупрағынан илһам алып, тыуған ерҙең данын күтәргән шәхестәребеҙ менән ғорурланабыҙ.

      Билдәле яҡташыбыҙ Башҡортостанда XIX быуаттың икенсе яртыһында киң танылыу тапҡан башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ҡара Табын башҡорт ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 195 йыл тулыу уңайынан   мәктәбебеҙҙә төрлө саралар үтә.

      Әҙәбиәт һәм класс сәғәттәрендә уҡыусылар  Ғ.Соҡоройҙоң тормошо һәм ижады менән танышты, шиғырҙарына анализдар яһаны. 5-се класс уҡыусылары  Ғ.Соҡоройҙоң шиғырҙары буйынса һүрәт төшөрҙө. Шәхесебеҙ тураһында мәғлүмәттәр йыйыу, өйрәнеү,эҙләнеүҙәр дауам ителер.