Башҡорт теле көнө
Башҡорт теле көнө
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.
Беҙҙең мәктәптә лә башҡорт теленә арналған саралар “Тыуған ерҙә – туған телдә” тигән девиз менән башланып китте. 9-сы класта “М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады”на бағышланған асыҡ дәрес үтте. Дәрестә уҡыусылар М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса тулы мәғлүмәт тупланы ; үҙ аллы фекерләүен, ижади мөмкинлектәрен үҫтерҙе; күренекле шәхестәр яҙмышына, халыҡ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын уятты. 6-7 кластар араһында туған телгә ҡарата үткәрелгән КВН уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшерергә мөмкинлек бирҙе.“Туған телем – наҙлы гөлөм” исемле шиғырҙар конкурсы үтте.Уҡыусылар күренекле шағирҙарыбыҙҙың туған телебеҙгә арнап яҙған шиғырҙарын һөйләнеләр. Ә башланғыс кластар билдәле шәхестәребеҙҙең тормошо һәм ижады менән тәрәнерәк танышыу өсөн Ғ.Соҡоройҙоң музейында булдылар.
Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты - башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.