21 февраля - Международный день родного языка!
Март 1, 2018
Просмотров: 56
Һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителә.
Беҙҙең мәктәптә Халыҡ-ара туған тел көнөнә бағышланған саралар үтте. 5-10-сы кластарҙа “Туған тел –мәңгелек хазина” тип аталған класс сәғәттәре үтте. 8-се кластар “Бәхетле осраҡ” уйынында үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡараны. Татар теленән Юнысова Гөлшат Ғәли ҡыҙы “Иң күп мәҡәл белеүсе” бәйгеһе ойошторҙо.5-6-сы кластарҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбаева Лира Рәис ҡыҙы “Шиғриәт кисәһенә йыйҙы.Был саралар һәр бер кеше йөрәгендә телгә һөйөү һәм ғорурлыҡ уятҡандыр, тип өмөт итәбеҙ.