Халыҡ шағиры Ә.Атнабаев музейына сәйәхәт

Февраль 15, 2018 Просмотров: 41

 

        Аҡсәйет урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары   Иҫке Күрҙем мәктәбенең тарихи –крайҙы өйрәнеү музейында булды. Беҙҙе музей мөдире Элмира Венеровна ҡаршы алды.Музей ике өлөштән тора.Беренсе бүлектә уҡыусылар  бай һәм йөкмәткеле экспонаттар коллекцияһы менән танышһа,ә икенсе бүлектә  халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Ә.Атнабаевтың тормош юлы һәм ижады менән танышты. Халыҡ шағиры Ә.Атнабаевҡа бағышланған сәйәхәтебеҙҙән уҡыусылар ҙур кинәнес менән ҡайтты.