«Жизнь и творчество Мифтахетдина Акмуллы»
Январь 5, 2018
Просмотров: 41
23 декабрь көндө башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған берҙәм дәрестәр үтте. Дәрестә уҡыусылар М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса тулы мәғлүмәт тупланы; үҙ аллы фекерләүен, ижади мөмкинлектәрен үҫтерҙе; күренекле шәхестәр яҙмышына, халыҡ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын уятты.