Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
Декабрь 12, 2025
Просмотров: 32
Башҡорт теле — ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, ғөрөф -ғәҙәттәрен һәм йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән. Шулай уҡ 14 декабрь – башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе - шағиры М.Аҡмулланың тыуған көнө!
Башҡорт теле көнө уңайынан беҙҙең мәктәбебеҙҙә төрлө саралар үтә.
6-сы класс уҡыусылары үҙҙәренең белемдәрен «Ҡыҙыҡлы башҡорт теле» этно-квиз уйынында һынаһалар, 7-8-се кластар викторинала ҡатнашты, 9-сы класс уҡыусыларына күренекле мәғрифәтсе- шағир Мифтахетдин Аҡмулла тураһында фильм күрһәтелде.Башланғыс класс уҡыусылары, башҡорт теле көнөнә арналған дәрес- уйындарҙа ҙур теләк менән әүҙемлек күрһәттеләр.
#башҡорттелекөнө2025
#сднембашкирскогоязыка