Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл

Декабрь 4, 2025 Просмотров: 65

Тәтешле тупрағынан илһам алып, тыуған ерҙең данын күтәргән шәхестәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Билдәле яҡташыбыҙ Башҡортостанда XIX быуаттың икенсе яртыһында киң танылыу тапҡан башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ҡара Табын башҡорт ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыу уңайынан мәктәбебеҙҙә төрлө саралар үтә. Әҙәбиәт һәм класс сәғәттәрендә уҡыусылар Ғ.Соҡоройҙоң тормошо һәм ижады менән танышты, шиғырҙарына анализдар яһаны. Шәхесебеҙ тураһында мәғлүмәттәр йыйыу, өйрәнеү,эҙләнеүҙәр дауам ителер.
#200йылҒәлиСоҡорой