Милли кейем көнө

Сентябрь 12, 2025 Просмотров: 97

      Милли кейем- милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел,ә халыҡтың оло тарихын,сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул.Һәр халыҡтың милли кейеме бай тарихлы китап кеүек.
      Республика халыҡтарының Милли кейеме көнө байрамында  беҙҙең мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылары  бик әүҙем ҡатнашты.«Милли кейемдәрҙә халыҡ тарихы », “Милли кейем – күңел байлығы” , “Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө” темаларына  класс сәғәттәре  үтте. Уҡыусылар башҡорт, татар , рус, мари һ.б.халҡының милли кейеме тураһында ентекле мәғлүмәт алды.

#милликейемдәуҡыйбыҙ2025
#Деньнациональногокостюма2025
#учусьвнациональномкостюме2025
#МиллиКейемКөнө2025