Милли кейем көнө
Апрель 18, 2025
Просмотров: 97
Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул - халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы.
“Милли кейемдәр – халҡыбыҙ тарихының сағылышы” темаһына асыҡ дәрестәр үтте. Уҡыусылар милли кейем элементтары хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән танышты, уларҙың халҡыбыҙ тарихына булған бәйләнешен асыҡланы, тормошта ҡулланылышы һәм нисек тегелеше хаҡында белешмә алды
#учусьвнациональномкостюме
#МиллиКейемКөнө2025
#милликейемдәуҡыйбыҙ
#ДеньНациональногоКостюма2025