Башҡорт эпосы “Урал батыр” көндәре

Декабрь 17, 2024 Просмотров: 94

    17 декабрь көндө район балалар ижады үҙәгендә башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр " көндәре уҙҙы. Байрамға  бик күп ҡунаҡтар килде: филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ҡырғыҙ Республикаһы "Манас" Академияһының Почетлы академигы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры фәнни- тикшеренеү Үҙәге етәксеһе Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева, фәнни-тикшеренеү Үҙәгенең Башҡорт фольклоры бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Шәкүрова Шәүрә Рәшит ҡыҙы, курше Балтас, Борай райондарынан йәш сәсәндәр, уҡытыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм уҡыусылар. Йәш сәсәндәрҙең тасуири сығыштары ҡыуандырҙы. Розалия Әсфәндияр ҡыҙының оҫталыҡ дәресе иғтибарҙы йәлеп итте, мауыҡтырғыс булды. Шәүрә Рәшит ҡыҙы атаһы Рәшит Шәкүрҙең китаптарына презентация яһаны. Сара сертификаттар, рәхмәт хаттары тапшырыу менән тамамланды.
      Беҙҙең мәктәптән 2-се класс уҡыусыһы Ғаянова Гүзәл йәш -сәсәндәр сафында булды. Гүзәлгә артабан да уңыштар теләйбеҙ!