Башҡорт теле көнө

Декабрь 12, 2024 Просмотров: 44

Мәктәптә Башҡорт теле көнөнә бағышланған саралар дауам итә. Беҙҙең уҡыусылар ҙа сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Аҙналыҡ сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева ижады буйынса дәрес үтте.Балалар яратып уҡыған"Аҡбуҙат" журналының тәүге баш мөхәррире Факиһа Туғыҙбаева булыуын, уның балалар өсөн яҙылған шиғырҙарына көй һалынып, йыр булып танылыуын белде уҡыусылар. Балалар өсөн матур, ябай, шул уҡ ваҡытта туған телгә һөйөү уятҡан, шиғырҙары,хикәйәләре менән танышты.