Республика көнөнә арналған квиз-уйын

Октябрь 10, 2024 Просмотров: 101

11 октябрь – Башҡортостан Республика көнөуңайынан мәктәптә бай йөкмәткеле саралар ойошторолдо. 8-се кластар араһында  “Башҡортостан тарихы” тип аталған  квиз-уйын уҙҙы.  “Батырҙар”, “Салауат Юлаев”, “Аҡбуҙат” командалары  белемдәрен, тапҡырлыҡтарын күрһәтте. Аҙаҡтан иң күп мәрәй йыйып “Салауат Юлаев” командаһы  беренселекте яуланы.