Милли кейем - халыҡ асылы
Апрель 19, 2024
Просмотров: 35
Милли кейем- милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел,ә халыҡтың оло тарихын,сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул.Һәр халыҡтың милли кейеме бай тарихлы китап кеүек.
Республика халыҡтарының Милли кейеме көнө байрамында беҙҙең мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылары бик әүҙем ҡатнашты.Башҡорт, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, класс етәкселәре «Милли кейем –халыҡ асылы», “Милли кейемдәрҙә халыҡ тарихы”, “ Башҡортостанда Милли кейем көнө”темаларына дәрестәр үткәрҙе. Дәрестәрҙә уҡыусылар башҡорт, татар , рус, мари һ.б.халҡының милли кейеме тураһында ентекле мәғлүмәт алды.
#Милликейемкөнө2024#Деньнациональногокостюма2024#Татышлинский район