«ИҢ ЯҠШЫ ПРОЕКТ БИЛДӘЛӘНДЕ»

Февраль 1, 2024 Просмотров: 25

Башҡортостанда уҡыусыларҙың инициатива проекттарын финанслау ғәмәлгә индерелде. Хәҙер уҡыусылар үҙҙәре ниндәй проблеманы хәл итеүҙе билдәләй һәм инициатива проекттарын тәҡдим итә ала. Проекттарҙы финанслау республика һәм муниципаль бюджет, шулай уҡ бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.

Әксәйет урта мәктәбе уҡыусылары ла ошо конкурста ҡатнашыуҙы хупланылар. Был проектка 14 йәше тулған 7 – 9 класс уҡыусылары ҙур теләк менән ҡушылды.

Йыйылышта уҡыусылар үҙ проекттарын яҡланылар. Яҡлау бик сағыу һәм әүҙем барҙы.

Уҡыусыларҙың 5 командаһы тыуған мәктәбендә уҡытыу һәм тәрбиә сифатын яҡшыртыу буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итте. Проекттар бик ҡыҙыҡлы һәм һәр береһе үҙенсәлекле ине. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Уҡыусыларҙың сығыштарын беҙ ҡыҙыҡһынып, һоҡланып һәм ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ. Сығыштарҙан һуң 5-9 класс уҡыусылары араһында тәҡдим ителгән проекттар буйынса тауыш биреү үтте. Тауыш биреүҙә 80 бала ҡатнашты.

        Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш менән "Дуҫлыҡ каруселе. Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәре " проекты еңеп сыҡты. Авторҙары -8 класс уҡыусылары. Маҡсаттары - республика, район һәм мәктәп бюджеттарынан тыш, ата-әсәләр, уҡыусыларҙың уҙидаралығы, спонсорҙар йәлеп итеп, төрлө саралар уткэреу өсөн Башҡортостан халыҡтар милли кейемдәрен, башҡорт стилләштерелгән сәхнә костюмдарын һатып алыу, һәм уҡыусыларҙы Башҡортостан Республикаһында, Тәтешле районында йәшәгән халыҡтарҙың милли костюмдары үҙенсәлектәре менән предметлы асыҡлыҡ ярҙамында таныштырыу.

Проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм еңеүсе командаға артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Маҡсатыбыҙға ирешеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға, Республика кимәлендә еңеү яуларға яҙһын!