“Башҡорт теле – туған телем” девизы аҫтында квиз-уйын #башҡорттелекөнө2023 #башҡорттелендәһөйләшәм #ТатышлинскийРайон #ТәтешлеАлға
Декабрь 14, 2023
Просмотров: 143
Аҡсәйет урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә арналған бик күп саралар үтә. Бөгөн 8-9-сы кластар араһында “Р.Ғариповтың тормошо һәм ижадына”бағышланған квиз-уйын уҙҙы. “Аҡ тирмә”, “Салауат Юлаев”, “Йондоҙҙар” командалары белемдәрен, тапҡырлыҡтарын күрһәтте. Аҙаҡтан иң күп мәрәй йыйып “Аҡ тирмә” командаһы беренселекте яуланы.