Милли кейем көнө

Апрель 20, 2023 Просмотров: 81

Милли кейем көнө

      Милли кейем- милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел,ә халыҡтың оло тарихын,сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул.Һәр халыҡтың милли кейеме бай тарихлы китап кеүек.
      Республика халыҡтарының Милли кейеме көнө байрамында  беҙҙең мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылары  бик әүҙем ҡатнашты.Башҡорт,рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, класс етәкселәре «Башҡорт халҡының милли кейеме», “Башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының кейеме” , “Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө”темаларына  дәрестәр  үткәрҙе. Дәрестәрҙә уҡыусылар башҡорт, татар , рус, мари һ.б.халҡының милли кейеме тураһында ентекле мәғлүмәт алды. 


#милликейемдәуҡыйбыҙ2023

#деньнациональногокостюма2023

#учусьвнациональномкостюме2023