“Аҡмулланың аҡ эҙҙәре буйлап”

Декабрь 14, 2022 Просмотров: 37
“Аҡмулланың аҡ эҙҙәре буйлап”
       14 декабрь – мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнде. Был байрамдан Аҡсәйет урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә ситтә ҡалманы. Бөйөк мәғрифәтсе-шағирыбыҙға бағышланған дәрестәр үтте. Дәрестә уҡыусылар М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса тулы мәғлүмәт тупланы. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырҙарын йырланылар, тел тураһында шиғырҙар һөйләнеләр.