Милли кейем көнө

Апрель 15, 2022 Просмотров: 87
Милли кейем көнө
Милли кейем- милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел,ә халыҡтың оло тарихын,сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул.Һәр халыҡтың милли кейеме бай тарихлы китап кеүек.

      Республика халыҡтарының Милли кейеме көнө байрамында  беҙҙең мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылары  бик әүҙем ҡатнашты.Башҡорт, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, класс етәкселәре «Башҡорт халҡының милли кейеме», “Милли кейем – рухи мираҫ” , “ Башҡортостанда Милли кейем көнө”темаларына  дәрестәр  үткәрҙе. Дәрестәрҙә уҡыусылар башҡорт, татар , рус, мари һ.б.халҡының милли кейеме тураһында ентекле мәғлүмәт алды. “Милли кейем көнө”флешмобы үтте.

#Милликейемкөнө2022#Деньнациональногокостюма2022#Татышлинский район